Намыҫ менән дәрәжәне яҡлап...

Өфөнөң Киров районы судында Иглин районы хакимиәтенең элекке башлығы Ришат Исхаҡовтың блогер Николай Бажинға ҡарата дәғүәһе ҡарала башланы. Тикшереү эштәренә интернет киңлектәренә һалынған видеоролик сәбәпсе. Унда йәнәһе лә, экс-чиновниктың элекке хеҙмәттәше Дмитрий Пронин сығыш яһаған.

Ҡасандыр Исхаҡов менән бергә эшләнем, тип үҙен танытҡан кеше районда башҡарылған төрлө енәйәттәр, шул иҫәптән үҙенең кеше ғүмеренә ҡул һуҙған өсөн хөкөм ителгән булыуы тураһында һөйләй. Шул уҡ ваҡытта ул үҙенең элекке етәксеһен заказсы, тип билдәләй. Материалда кемдәр тураһында һүҙ барыуы исемләп асыҡ яҡтыртыла.

Дәғүә белдереүсе видео авторы Николай Бажин һәм интервью геройы Прониндан әхлаҡи зыян күргән өсөн 20 миллион һум күләмендә компенсация, шулай уҡ интернет-ресурстарҙан материалды юҡ итеү, ундағы мәғлүмәтте кире ҡағыуҙы талап итә. Ришат Исхаҡов үҙе тәүге суд ултырышында ҡатнашманы. Уның мәнфәғәттәрен адвокат яҡлап сығыш яһаны.

Гражданлыҡ дәғүәһен алдан ҡарау барышында яуап биреүсе яҡ Тәфтиш комитеты архивынан видеороликта һүҙ барған енәйәт эштәрен күтәреп сығарыу кәрәклеген белдерҙе.

Фото №1 - Намыҫ  менән дәрәжәне яҡлап...

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ