Башҡортостан ҡотҡарыусылары яҙғы ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса күнекмәләрҙә ҡатнашты

Унда 300-ҙән ашыу кеше, 68 берәмек техника йәлеп ителгән. Ҡотҡарыусылар йылғала боҙ тығылыу сәбәпле һыу баҫҡан биләмәлә ҡалған халыҡты эвакуациялау тәртибен ҡабатланы. Республикала йылғалар боҙҙан әрселде, күлдәр һәм быуалар ҙа асыла башланы. Шуға балыҡсыларға боҙға сығыу тыйыла. Команда-штаб күнекмәләрендә һыуҙа бәләгә тарыған кешеләрҙе ҡотҡарыу алымдары ла ҡаралды. Вице-премьер Ирек Сәғитов һөйләй.

Башҡортостан ҡотҡарыусылары яҙғы ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса күнекмәләрҙә ҡатнашты

Бөгөн күнекмәләр барышында урман янғындарын һүндереү алымдары ҡабатлана.

Фото №1 - Башҡортостан ҡотҡарыусылары яҙғы ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса күнекмәләрҙә ҡатнашты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ