Бөрйән районында тәбиғәт ҡомартҡыһының төпкөл залдары лазер сканеры менән төшөрөлгән. Тиҙҙән мәмерйәнең бөтә лабиринттары һәм упҡындарының һанлы моделен күрергә була. Был турала беҙгә Шүлгәнташ тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығының ғилми тикшеренеү бүлеге мөдире Раян Әхмәтйәнов хәбәр итте. Мәмерйәлә хәүефле урындар күп. Унда эшләгән белгестәрҙең именлегенә ҙур иғтибар бирелде, ти ул. Таш йортто тикшереүҙә мәмерйә микроклиматын өйрәнгән танылған белгес Ольга Червяцова ла ҡатнашҡан.
“Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музейын быйыл асыу ҡарала.







