Уның барышында яҡташтар тыуған төйәгәнә ярҙам күрһәтә. Бер йыл эсендә проектта 2 меңдән ашыу кеше теркәлгән, 570 миллион һум йәлеп ителгән. Ейәнсура районында ла “Атайсал”ға әүҙем ҡушылалар. Проектта ҡатнашыусы Рәлиф Яҡшымбәтов Таҙлар ауылына электр генераторы алырға ярҙам иткән.
“Атайсал” проектын йомғаҡлау 29 апрелдә “Яҡташлыҡ көсө” форумында була.







