Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Дыуан районында булды

Ул Таҙтүбә ауылында  яңы мәктәп бинаһын ҡараны. Уҡыу йорто быйыл март айында төҙөлөп бөткән. Унда  146 бала белем ала. Республика  етәксеһе уҡыу кластарында  булды, уҡыусылар һәм уҡытыусылар менән әңгәмәләште. Таҙтүбә ауылында шулай уҡ фельдшер-акушер пунктында  реконструкция талап ителә. Радий  Хәбиров  2024 йылға яңы ФАП төҙөргә  ҡушты. Республика  Башлығы  бөгөн шулай уҡ "Рассвет" хужалығына барҙы. Унда 1 миллиард  400 миллион һумлыҡ инвестиция проекттары ғәмәлгә ашырыла. 1 мең 200 һыйырға иҫәпләнгән ферма  төҙөү көтөлә. Хужалыҡтың шулай уҡ иген баҫыуҙары бар. "Предприятие тотороҡло эшләй, яңы эш урындары асыла, Республика яғынан да ярҙам була", тине Радий  Хәбиров.

Фото №1 - Бөгөн Республика Башлығы Радий  Хәбиров эш сәфәре менән Дыуан районында булды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ