Бөгөн Өфөлә баҡсасылар йыйын уҙғара

Электр сымдары үткәрелмәгән йәки  авария хәлендә. Баҡсасылыҡ ширҡәттәрендәге төп проблема ошо. Рәсәй баҡсасылар берлегенең Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Ринат Миһранов шулай тип белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, бындай мәсьәлә коррупцияға килтереүе ихтимал.

Бөгөн Өфөлә баҡсасылар йыйын уҙғара

Ринат Миһранов фекеренсә, баҡсасылыҡ ширҡәттәрендәге электр сымдарын идарасы компания ҡарамағына биреү проблеманы хәл итәсәк. Бөгөн  Өфөлә беренсе тапҡыр баҡсасылар форумы ойошторола. Йыйында коммерция булмаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрен үҫтереү мәсьәләләре ҡарала. “Торатау” Конгресс-холы янында сауҙа ойошторола. Унда орлоҡ, баҡса кәрәк-яраҡтары, үҫенте һәм ашламалар һатыу ҡарала.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә  баҡсасылар йыйын уҙғара
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ