Бөгөн Дыуан районы халҡы Украиналағы махсус хәрби операцияла һәләк булған Денис Ярославцевты һуңғы юлға оҙатты. Герой менән бәхилләшергә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров килде. Фашизмға ҡаршы көрәштә тәнен дә, йәнен дә аямаған егет хаҡында БЮТ каналының киләһе репортажы.
Тыныс, мәрхәмәтле һәм аралашыусан. Яҡындары һәм дуҫтары Денис Ярославцевты шундай итеп иҫтә ҡалдырған. Һалдатты һуңғы юлға оҙатырға бик күп кеше килгән. Туғандарының ауыр ҡайғыһын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уртаҡлашты.
Гвардия рядовойы Денис Ярославцев бала сағынан техника менән ҡыҙыҡһына. Мотоциклдарға һәм автомобилдәргә һөйөүҙе атаһы уята. Әле Сергей Юрьевич урындағы хужалыҡта водитель булып эшләй. Ә үҙенең тәүге двигателен Денис олатаһы менән һүтеп йыя. Тап яратҡан шөғөлө егетте тракторист-машинист һөнәренә алып килә лә инде.
Денис Ярославцев барыһына ла хөрмәт менән ҡарай. Кем генә мөрәжәғәт итһә лә, барыһына ла ярҙам итергә тырыша. Ауылдаштары ла, мәктәп дуҫтары ла уны тыныс холоҡло һәм игелекле итеп иҫтә ҡалдыра.
Денис ауырлыҡтарҙан ҡурҡманы, һәр ваҡытта ла иң яҡшыһы булырға тырышты. Илдең Ҡораллы көстәрендә ул мотоуҡсылар батальонында уҡсы-гранатометчик ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Хәрби бурысын үтәгән иптәштәрендә яҡшы иҫәптә була. Һәм тап улар менән ғүмеренең аҙағына тиклем махсус операцияла бергә ҡатнаша.
Денисты тыуған яғы, Ярославка ауылында ерләнеләр. Күрһәткән героизмы өсөн ул үлгәндән һуң Батырлыҡ һәм генерал Шайморатов ордендары менән бүләкләнде. Радий Хәбиров республика наградаһын яугир-геройҙың ата-әсәһенә тапшырҙы.
Рәмзиә Кәримова




