17 апрелгә тиклем турникеттар асыҡ

«Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы Рәсәй машина төҙөүселәре ойошторған «Асыҡ турникеттар» акцияһында ҡатнаша.Уның сиктәрендә мәктәп уҡыусылары, студенттар ойошмаға килеп производство менән таныша.

Алюминий сәнске һәм ҡалаҡтар, өҫтәл лампалары, тутыҡмай торған ҡоростан эшләнгән сәйнүктәр, газ плитәләре – ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер улар тик музей экспонаттары. Был әйберҙәрҙең үҙебеҙҙә – Өфөләге «Гидравлика» предприятиеһында етештерелгәнен, бәлки, күптәр белмәйҙер ҙә әле. Башҡортостанға Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Ржев ҡалаһынан эвакуацияланған заводтың үҫеш тарихы менән музейында танышырға мөмкин. Бында ваҡытында хатта уйынсыҡтар эшләнгән.

Ойошма «Асыҡ турникеттар» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша. Уның сиктәрендә Өфө ҡалаһының 96-сы лицейының 9-сы синыф уҡыусылары предприятие менән таныша. Сара йәштәрҙе эшсе һөнәрҙәргә йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә.

Ваҡ ҡына деталдәрҙе теүәл итеп эшләй белергә кәрәк. Ауыр һәм иғтибарлыҡ талап ителә, мин бында эшләй алмаҫ инем.

Анастасия Черепанова, Өфө ҡалаһының 96-сы лицейы уҡыусыһы

Экскурсия оҡшай. Заводтың Рәсәй буйлап күсеп йөрөүе һәм бында төпләнеү тарихы ҡыҙыҡлы булды.

Михаил Немков, Өфө ҡалаһының 96-сы лицейы уҡыусыһы

Рәсәй машина төҙөүселәре уҙғарған акция быйыл 17 апрелгәсә дауам итә. Һуңғы йылдарҙа пандемия сәбәпле ул онлайн булған.

Акция йылына ике тапҡыр ойошторола. Мәктәп уҡыусылары, студенттарҙы көтөп ҡалабыҙ. Бында килеп улар деталдәрҙе тотоп ҡарай ала, эш менән яҡындан таныша.

Сергей Емелёв, «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһының йәштәр менән эшләү буйынса белгесе

Предприятие «Технодинамика» холдингы составында «Ростех» дәүләт корпорацияһына инә. Сәнәғәт предприятиеһында әле ике меңдән ашыу хеҙмәткәр иҫәпләнә. Үҫеш юлындағы производствоға эшсе ҡулдар етешмәй.

Беҙгә токарҙар, слесарҙар, иҡтисадсылар, хисапсылар һәм башҡа һөнәр эйәләре кәрәк. Юғары разрядлы хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәт хаҡы 100 мең һумдан башлана.

Ольга Бондаренко, «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһының бүлек етәксеһе
Выборы 2026

16 апрелдә Гидравлика вакансиялар йәрминкәһе ойоштора. Эш эҙләүселәрҙе хеҙмәт биреүсе сәғәт ундан бергә тиклем көтә.

Фото №1 - 17 апрелгә тиклем турникеттар асыҡ

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ