Йөрәк сирҙәре менән ауырыусылар өсөн позитрон-эмиссион томограф тикшереүе үткәрелә башланы

Рәсәйҙә был йүнәлештәге медицина хеҙмәте Мәскәүҙә һәм Өфөлә генә ойошторола. Заманса компьютер томографияһы ярҙамында кардиологтар йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән бәйле ҡатмарлы осраҡтарҙа теүәл диагностика үткәрә ала. ПЭТ-технолоджи үҙәгендә пациенттар өсөн тикшереү юллама буйынса бушлай ҡаралған. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Ике сәғәт дауамында компьютер томографияһы тикшереүе үтәсәк пациенттың бөтә күҙәнәктәрен күрер өсөн махсус ҡатнашма индерелгән. ПЭТ-технолоджи үҙәгендә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын тиҙ арала асыҡлап, теүәл диагностика үткәрергә мөмкин.

Тикшереү йөрәктең эшен реаль ваҡытта күрһәтә. Беҙ зыян күргән участкаларҙы баһалап тиҙ арала дауалау юлдарын таба алабыҙ. Компьютер томографияһын үтер алдынан төплө әҙерлек ойошторола, сөнки тикшереү өсөн пациентҡа махсус шыйыҡса индерелә.

Дим Әхмәтшин, пэт-технолоджи үҙәге баш табибы

Төбәктә ПЭТ-технолоджи үҙәгендә быйыл 300 кешенең йөрәге тикшереләсәк. Алдағы йылда юғары сифатлы ҡоролмала республика пациенттары күпләп тикшереү үтә аласаҡ.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге проектҡа ярашлы, ПЭТ-технолоджи һәм республика кардиология үҙәге араһында килешеү төҙөлдө. Табиптарҙың уртаҡ көсө менән йөрәк сирҙәрен асыҡлау һәм һөҙөмтәле дауалау маҡсаты ҡуйыла.

Республикала өлкән йәштәге һәр өсөнсө кеше йөрәк ауырыуҙары менән яфалана. Уларҙы дөрөҫ дауалау, йәшәү сифатын яҡшыртыу кеүек һорауҙар һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә көнүҙәк мәсьәлә булып тора.

Фото №1 - Йөрәк сирҙәре менән ауырыусылар өсөн позитрон-эмиссион томограф тикшереүе үткәрелә башланы

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ