17 апрелдә баш ҡалала башҡорт һәм татар командалары араһында ярыш уҙғарыла. Күләмле сараны ойоштороусылар булараҡ Башҡорт асыҡ КВН лигаһы, төбәктең Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты сығыш яһай.
Фестивалдең темаһы «Берҙәмлектә көс» тип алынған. Унда ҡатнашыуға Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Нефтекама, Ҡазан ҡалалары, Әбйәлил һәм Аҡтаныш райондарынан командалар саҡырылған.
Гөлназ Хәйбуллина




