Күмертауҙа тәүге тапҡыр фигуралы шыуыу буйынса асыҡ республика беренселеге үтте

Күләмле ярышта район-ҡалаларҙан, күрше өлкәләрҙән ике йөҙҙән ашыу йәш спортсы ҡатнашты. Ике көн дауамында улар конькиҙа йөрөү оҫталығын күрһәтте. Фестиваль һөҙөмтәләре буйынса күптәр үҫмерҙәр разрядын алды.

Шулай уҡ еңеүселәргә төбәктең йыйылма командаһы составына инеү мөмкинлеге бирелде.

Күмертауҙағы спорт һарайында фигуралы шыуыу буйынса ҡатмарлы спорт төрөн үҫтереүгә барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған. Ике миҙгел эсендә ҙур уңыштарға өлгәшелде, бында шөғөлләнгән ҡыҙҙар барлыҡ ярыштарҙа ла тиерлек призлы урындарға лайыҡ була. Шуға барлыҡ коллективҡа, тренерҙарға рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә.

Резеда Дәүләтгәрәева, Башҡортостандың Фигуралы шыуыу федерацияһы өлкән тренеры
Фото №1 - Күмертауҙа тәүге тапҡыр фигуралы шыуыу буйынса асыҡ республика беренселеге үтте

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ