Ошондай һүҙҙәр яҙғайны Радий Хәбиров Дыуан районы Таҙтүбә мәктәбе тураһында. Был осраҡлы түгел. Белем усағы һынауҙар менән, билдәләнгән сроктан һуңлап сафҡа индерелә. Яңы мәғариф учреждениеһында бөгөн Республика башлығы ла булды. Таҙтүбә мәктәбендә тыуҙырылған заманса шарттар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Яҡты, иркен уҡыу бүлмәләре, заманса лабораториялар, һуңғы быуын ҡоролмалары. Хәҙер Таҙтүбә мәктәбендә уҡыусыларға белем алыу, педагогторға ҡолас йәйеп эшләү өсөн тулы шарттар бар.
Таҙтүбә – Дыуан районының иң ҙур ауылдарының береһе. Әммә оҙайлы осор уҡыусылар 1974 йылда һалынған иҫке, авария хәлендәге мәктәптә белем ала. Ә 4 йыл элек белем усағын ябып яңыһын төҙөргә хәл ителә. Объект республика адреслы инвестиция программаһына индерелә, бюджеттан аҡса бүленә.
Сәсте ағартты был мәктәп тип яҙғайны Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ошо белем усағы тураһында. Шулай тип әйтерлек урын бар. 2020 йылда Таҙтүбә ауылында һалына башлаған мәктәп шул уҡ йылда файҙаланыуға тапшырылырға тейеш була. Әммә төҙөлөштөң намыҫһыҙ подрядсы ойошмаһына тапшырылыуы эште тотҡарлай. Мәғариф учреждениеһы быйыл ғына сафҡа индерелә.
Ике йыл элек төҙөлөш туҡтағас ауыл халҡы плакаттар тотоп районға эш сәфәре менән килгән Республика башлығының юлына сыға. Таҙтүбәләр Радий Хәбировтан мәктәпте төҙөп бөтөүҙә ярҙам һорай.
Балалар мәктәп булмаған йылдарҙа төрлө учреждениеларҙа уҡып тора, белем биреү процесы ҙур ҡатмарлыҡтар менән ойошторола. Әле педагогтар яңы мәктәпкә ҡыуанып бөтә алмай. Был уҡыу йылында Таҙтүбәлә тәүге тапҡыр башҡорт теле лә уҡытыла башлаған.
Мәктәпте төҙөп бөтөү, яңы подрядсы ойошма йәлеп итеү өсөн документтарҙы ла яңыртырға тура килә. Тәүҙә объекттың хаҡы 140 миллион һум тип билдәләнә. Әммә материалдар ҡиммәтләнеү сәбәпле сметаны үҙгәртергә, дәүләт экспертизаһы үткәрергә тура килә. Барыһы ла ваҡытты ала.
Хәҙер бар ауырлыҡтар артта. Был аҙнанан Таҙтүбә уҡыусылары заманса, яҡты, иркен белем усағында белем тауҙарына үрләй. Ҡалҡыулыҡта урынлашҡан белем усағы үҙе лә бар ауылға йәм биреп ултыра
Рәмзиә Кәримова




