Ерҙәге дым алтынға бәрәбәр...

Шуға уны ваҡытында һаҡлап ҡалыу мөһим. Был турала Бүздәк районы «Авилат» агрокомплексы хеҙмәткәрҙәре билдәләй. Әле хужалыҡта яҙғы баҫыу эштәре башланып тора. Күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу, ужымдарҙы ашлау менән бер рәттән дым ҡаплауға иғтибар ҙур. Белгестәр фаразлауынса быйыл да йәй ҡоро килеүе ихтимал. Шуға ла тупраҡтағы яҙғы дымды һаҡлау, мөһим агротехнология сараһы.

Бүздәк районында дым ҡаплау мең ярым гектар майҙанда башҡарылған. 200 гектарҙа ужымдарҙы һәм 500 гектарҙа күп йыллыҡ үләндәрҙе ашлау тамамланған. Ер бер аҙ һурығыу менән хужалыҡтар яҙғы сәсеүгә лә төшә башларға тейеш. Быйыл районда иген менән бер рәттән техник культураларға ла өҫтөнлөк бирелә.

Сәсеүҙе барлығы яҡынса 60 мең самаһы майҙанда башҡарыу күҙаллана. Орлоҡтар менән ҡыйынлыҡтар юҡ, техника төҙөк, яҙыулыҡ-майлау материалдары һәм ашлама етәрлек күләмдә тупланған тиҙәр райондың ауыл хужалығы идаралығында.

Фото №1 - Ерҙәге  дым  алтынға  бәрәбәр...
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ