«Дуҫлыҡ иле биҙәктәре». Балалар халыҡ хореографияһы асыҡ республика фестиваль – конкурсына Башҡортостан дәүләт концерт залында йомғаҡ яһалды. Рәсәй халыҡтары мәҙәни мираҫы йылы һәм милли костюм көнө сиктәрендә ойошторолған саранан БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
«Дуҫлыҡ иле биҙәктәре» балалар халыҡ хореографияһы фестиваль -конкурсының гала-концертына һайлап алынған иң көслө 14 коллектив «Башҡортостан» концерт залы алдындағы майҙандан тигеҙ сафтарҙа атлап үтте. Дуҫлыҡ гөлләмәһендәге сағыу костюмдарҙан күҙ ҡамаша. Тамашаға килеүселәр республика халыҡтарының милли кейемдәре һаҡланыуына ғорурлыҡ тойғоларын еткерҙе.
Фестиваль-конкурстың икенсе өлөшөндә Башҡортостандың төп концерт залы сәхнәһендә иң көслө бейеү коллективтары сығыш яһаны. Гала-концертта Учалынан «Уралтау» хореографик студияһы коллективы, Өфөнән «Сюрприз», « Умырзая» өлгөлө хореография ансамблдәре, Стәрлетамаҡтан «Солнышко» халыҡ хореография театр-студиялары сығыштарын тамашасы айырыуса йылы ҡабул итте. Республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған бейеүселәр сәмле ярышта яңы дуҫтар тапты, тәжрибә тупланы.
«Дуҫлыҡ иле биҙәктәре»республика балалар халыҡ хореографияһы асыҡ фестиваль- конкурсының төп ойоштороусыһы – «Башҡортостан» дәүләт концерт залы. Ул киләсәктә географияһын киңәйтеп, тағы ла киңерәк ҡолас менән үткәрелер тип күҙалллана.
Гала-концертта 300 ашыу бала сығыш яһаны. Стәрлетамаҡтан Гран -при яулаусы «Солнышко» коллективына 100 мең һум күләмендә аҡсалата премия һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Беренсе урында Ҡырмыҫҡалынан «Далан» дар, Өфөнән «Сюрприздар « икенсе, Учалынан «Уралтау»ҙар өсөнсө урын яуланы.
«Дуҫлыҡ иле биҙәктәре» фестваль-конкурсы икенсе тапҡыр үткәрелде. Фестиваль-конкурс сиктәрендә «Башҡортостан»дәүләт концерт залында үҙенсәлекле күргәҙмә лә ойошторолдо. Күргәҙмәлә республиканы төйәк иткән халыҡтарҙың сағыу нағыштар менән биҙәлгән таҫтамалдары менән дә танышырға мөмкин ине.
Гүзәл Борханова




