Сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә яңы проекттар тормошҡа ашырыла

Республика Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” ултырышын уҙғарҙы. Федоровка районында 11 мең баш һыйыр малына иҫәпләнгән комплекс төҙөү ҡарала. Бының өсөн 868 миллион һум йәлеп ителә. Һыйыр ите Мәләүез комбинатына ебәрелә. Өфөлә туҡталыш павильондары, урам йыһаздары етештереү фабрикаһын асырға тәҡдим ителде. Завод төҙөлөшө 200 миллион һумға баһалана. Октябрьский ҡалаһында нефть һәм газ тармағы өсөн ҡорамалдар сығарыла. Бының өсөн 250 миллион һум тотоноу планлаштырыла. Ике проектҡа ла Сәнәғәтте үҫтереү фондынан займ бирергә ҡарар ителде. Иглин районында М-5 “Урал” федераль трассаһы янында юл яны комплексы, Ғафуриҙа туристик глэмпинг төҙөргә тәҡдим ителде. Радий Хәбиров инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итергә ҡушты.

Фото №1 - Сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә яңы проекттар тормошҡа ашырыла
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ