Уның маҡсаты –кеше эшмәкәрлегендә экологик белемде арттырыу. Был көндө аңлатма, практик йүнәлештәге акциялар: тәбиғәтте һаҡлау темаһына төрлө күргәҙмәләр, конференциялар һәм балалар ижады конкурстары уҙғарыла. Республика туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Фәтҡуллин билдәләүенсә, халыҡтың экологик мәҙәниәтен күтәреү йүнәлешендә эштәр һөҙөмтәһен бирә.







