Башҡортостан башлығы атҡаҙанған спорт мастеры, Сочиҙағы Паралимпия уйындарының бронза призеры, хәрәкәт аппараты зыян күргән кешеләр араһында саңғыла уҙышыу һәм биатлон буйынса күп тапҡыр Рәсәй чемпионы Александр Давидович һәм уның тренеры Салауат Ғүмәров менән осрашты.
Александар Давидович күптән түгел уҙғарылған «Беҙ бергә. Спорт» Бөтә Рәсәй ҡышҡы паралимпия уйындарында ла өс тапҡыр призер исемен яуланы. Радий Хәбиров яҡташыбыҙҙың уңыштарын юғары баһалап, уға киләсәктә лә яңы бейеклектәр теләне. Республика башлығы спортсменға һәм уның тренерына дәүләт наградалары һәм аҡсалата сертификаттар ҙа тапшырҙы.
37 йәшлек Александр Давидович әле профессиональ карьераһын тамамларға йыйынмай. Спортсы тағы ла бер нисә йыл саңғы ярыштарында ҡатнашырға иҫәп тота. Артабан инде уның велосипед спортын үҙләштереү ниәте бар. Яҡташыбыҙ әле 2 айҙан башланасаҡ йәйге Рәсәй чемпионатына әҙерлек башлаған. Александр Давидович аҡсалата сертификатҡа хэндбайк, йәғни ҡул менән идара итә торған велосипед алырға уйлай.
Рәмзиә Кәримова




