Күңелһеҙ хәлдәрҙең береһе кисә Салауат ҡалаһында теркәлгән. Социаль селтәрҙәргә һалынған видеояҙманан күренеүенсә, махсус техника алдынан үтеп ҡалырға тырышҡан самокаттағы бәләкәй бала йөк машинаһына бәрелеп асфальтҡа ҡолай. Бәхеткә күрә, зыян күреүсе малай еңелсә ҡурҡыу тойғоһо менән ҡотола.
Бөгөн Благовещен районында үлемесле авария теркәлде. Өфө-Яңауыл юлының 71-се километрында УАЗ «Патриот», яғыулыҡ ташыусы «КамАЗ» һәм «Скания» йөк машинаһы бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә бензовоз водителенең фажиғә урынында ғүмере өҙөлгән. Авария мәлендә уның цистернаһы буш була. Осраҡ буйынса тәфтиш-оператив тикшереү башланған.
Уҙған төндә Әбйәлил районында ла үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Ташбулат – Байым юлында, 10-сы модель «ВАЗ» автомобиле водителе киҫкен боролошта идара итеү һәләтен юғалта. Һөҙөмтәлә транспорт сараһы түңкәрелә. Руль артында булған 22 йәшлек егетте «Ашығыс ярҙам» хеҙмәте дауаханаға илтеп өлгөрмәй, ҡаты йәрәхәттәрҙән ул вафат була.




