Был мөмкинлек менән 55 йәштән өлкән һәм яңғыҙ йәшәгән кешеләр, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, «Һуғыш балалары» һәм башҡа категорияларға ҡараған граждандар файҙалана ала. Датчикты Янғын хәүефһеҙлеге инструкторҙары ҡуя. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.
Кәйефте күтәреү өсөн гөлләмә, хәүефһеҙлек өсөн янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал. Нижегородка биҫтәһендә йәшәгән Евгения Алекандровнаның өйөнә иҫкәртеүсе датчик ҡуйылды. Ул балалары ярҙамында Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал һорап ғариза бирә. Тәүгеләрҙән булып пенсионерҙың заявкаһы эшкәртелгән. Уға «Һуғыш балалары» танытмаһы нигеҙендә иҫкәртеүсе ҡорамал бушлай беркетелде.
Нижегородка биҫтәһендәге был баракта башлыса оло йәштәгеләр йәшәй. Быға тиклем береһендә лә иҫкәртеүсе ҡорамал булмаған.
Шылтыратып ҡына түгел, хәҙер заявканы интернет аша ла бирергә була. Бының өсөн Дәүләт хеҙмәттәренең республика порталына инеп ғариза тултырыға һәм кәрәкле документтарҙы беркетергә кәрәк. Датчикты Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре килеп беркетә. Шулай уҡ мәғлүмәтте экранда күрһәтелгән телефон һандары аша ла белешергә мөмкин.
8 347 272 00 24
Иҫкәртеүсе ҡорамалдар республиканың 4 меңдән ашыу йортона ҡуйылған. Рәсми мәғлүмәт буйынса, улар 2016 йылдан алып 700-гә яҡын кешенең, шул иҫәптән 268 баланың ғүмерен ҡотҡарған.
Әлфинә Килдейәрова







