Йолаға әйләнгән спорт ярышы йылдағыса киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен йыйҙы.
Тура эфирҙа эшләү шәхестән күп көс, ижади һәләт талап итһә лә, Әхәт Мортазин үҙенең тығыҙ эш графигына ҡарамаҫтан, спорт ярыштары өсөн ваҡыт таба. 40 йылға яҡын «алтын тауышы» менән республика халҡын яңылыҡтар еткерә. Легендар диктор 2018 йылда арабыҙҙан китте. Ләкин уның иҫтәлеген мәңгеләштереп йыл һайын волейбол уйыны буйынса турнир уҙғарыла.
“Динамо” спорт комплексында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Юлдаш” радиоһы, «Рәсәй-Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы һәм Матбуғат йорто командалары көс һынашты. Турнирҙа быйыл башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының йыйылма командаһы ла ҡатнашты.
Әлфинә Килдейәрова




