Был турала КПРФ ағзаларының Радий Хәбиров менән осрашыуында килешелде.
Төбәк башлығы билдәләүенсә, ил өсөн ҡатмарлы осорҙа көнүҙәк мәсьәләләр тураһында бергәләп фекер алышыу мөһим. Беҙ депутаттар корпусы, коммунистик партия ағзалары менән конструктив диалог алып барыу яҡлы. Һеҙ халыҡ мәнфәғәтен күҙ уңында тотаһығыҙ, тине Радий Хәбиров. Иң мөһиме: КПРФ ил етәкселеген сәйәсәттең тышҡы һәм эске йүнәлештәрендә хуплай.




