Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге халыҡтан социаль һорау алыу һөҙөмтәләрен баҫтырҙы. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, халыҡтың Владимир Путин менән Радий Хәбировҡа ҡарата ышанысы артҡан.
Фекер белешеүҙә ҡатнашыусыларҙың 80 проценттан ашыуы ил өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерә һәм уның яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тоя. Һорау алыу 26 марттан 7 апрелгә тиклем үткәрелгән, унда 18 йәштән өлкән 1 мең 7 кеше ҡатнашҡан.







