Башҡортостанда «Үлемһеҙ полк» патриотик акцияһы быйыл ғәҙәти форматта уҙа

Республиканың барлыҡ район-ҡалаларында «Үлемһеҙ полк» хәрәкәте иртәнге сәғәт 10-дан теҙелә башларға тейеш. Төбәктә был акция 2014 йылдан алып үткәрелә. Тик 2020 һәм 2021 йылдарҙа пандемияға бәйле ул онлайн уҙғарылды. Олатай, өләсәйҙәр портреты менән «Үлемһеҙ полк»ка теләне булған һәр кем ҡушыла ала. Сараны ойоштороусылар битлек режимын һаҡлауҙы һорай.

Акцияның маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы һалдаттарҙың исемен мәңгеләштереү. Ғорурлыҡ хистәре тыш, акция илебеҙҙең берҙәмлеген дә күрһәтә.

Вадим Курилов, «Үлемһеҙ полк» хәрәкәтенең Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе
Фото №1 - Башҡортостанда «Үлемһеҙ полк» патриотик акцияһы быйыл ғәҙәти форматта уҙа

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ