Асҡын районы Солтанбәк ауылында «Айыҡ ауыл» конкурсы, Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә «Ғаилә традициялары вариҫтары» исемле байрам үтте.
Төбәктә “Айыҡ ауыл” конкурсында 15 ауыл биләмәһе көс һынаша. Финалға тигеҙ балл йыйып Ҡашҡа һәм Солтанбәк ауылдары сыға. Еңеүсене һайлау өсөн йәшерен тауыш биреү ойошторола. Һөҙөмтәлә район исемен республика кимәлендә Солтанбәк ауылы яҡлаясаҡ.
«Ғаилә традициялары вариҫтары» байрамында «Бәпес күреү» йолаһы күрһәтелде. Ҡурай эшләү, умарталар яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды. Сараны йыр-бейеү, гармунсылар сығыштары биҙәне.
Әлфинә Килдейәрова







