Ҡаланың 19-сы быуаттың архитектура ҡомартҡыһы булған Кабанов йортонда урынлашҡан музейҙа тарихҡа тиклемге осорға арналған музей экспозицияһы, шулай уҡ музей-ҡурсаулыҡтың административ өлөшө урынлашҡан. “Музейҙы киңәйтергә ниәтебеҙ бар. Бында Башҡорт аты музейын булдырабыҙ. Әҙерлек эшен хәҙерҙән үк башлайбыҙ”, — ти Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ обьекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин.








