Хужалыҡтар баҫыуҙарға сыҡты, быйыл яҙ 2 миллион гектар сәселә. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, беҙҙең республика аграр продукция менән үҙебеҙҙе тулыһынса тиерлек тәьмин итә. Техника етерлек, ти ведомство башлығы Илшат Фәзрахманов.
Быйыл Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөр майҙандары арта. Ике йыл ярымлыҡ шәкәр запасы туплау маҡсаты ҡуйыла.







