Волонтёрҙар колоннаны төҙөү һәм оҙатып йөрөүҙә ҡатнаша, ветерандар янында була. Ирекмән-табиптар ҙа эшләргә тейеш. 16 йәштән өлкәндәр волонтер була ала, тип хәбәр итәләр Өфө ҡалаһы хакимиәтенән. Пандемия осоронда онлайн үткән илһөйәрлек акцияһы быйыл ғәҙәти форматта уҙа, ти “Үлемһеҙ полк” хәрәкәтенең Башҡортостандағы координаторы Вадим Курилов.
Илһөйәрлек акцияһы бөтә республика буйынса 9 майҙа сәғәт 11-ҙә башлана. Үлемһеҙ полк” 2014 йылдан ойошторолоп килә.







