1 майҙа Өфөнөң Совет майҙанына колонналар ҡуйыла башлай

Хәбәр итеүебеҙсә, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәлдең ике яғын да колонналар менән уратыу ҡаралған. Һәр бер 10 тоннанан ашыу тартҡан мөһабәт гранит бағана Өфөләге «Башҡортостан аҫылташтары» предприятиеһында эшләнә.

Уларҙы әҙерләү барышы менән бөгөн Башҡортостан башлығы ла танышты. Радий Хәбиров эш сәфәре барышында баш ҡаланың башҡа объекттарында ла булды. Улар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Ап-аҡ граниттан эшләнгән был мөһабәт колонналар киләсәктә баш ҡаланың Совет майҙанын, Миңлеғәле Шайморатовҡа ҡуйылған һәйкәл эргәһен биҙәйәсәк. Әле уларҙың яртыһы тиерлек әҙер. Колоннаданы Өфөләге «Башҡортостан аҫылташтары» предприятиеһы эшләй.

Предприятие аҫыл таштарҙан биҙәкләү әйберҙәре етештерә. Әлеге ваҡытта оҫталар Өфөнөң совет майҙанында генерал Шайморатовҡа ҡуйылған һәйкәл проекты өҫтөндә эшләй. Мәҫәлән, ошо коллоналлар өсөн гранит Учалы район Мансур ятҡылыҡтарынан килтерелгән. Бөтәһе 24 колонна, уларҙың киңлеге 1, оҙонлоғо 6 метр.

Радий Хәбиров фекеренсә, мөһабәт колоннада башҡорт яугирҙарының ҡаһарманлығын сағылдырырға тейеш. Был проекттың аналогтары Европала һәм Санкт-Петербургта бар.

Хужалар әйтеүенсә, предприятиела заманса ҡоролмалар ҡуйылған. Шуға артыҡ ҡатмарлыҡтар юҡ. Иң ауыры кәрниздәрҙе эшләү, улар махсус проект буйынса, һыу коллоналар буйлап ағып төшмәҫлек итеп эшләнә. Гранит бағаналарҙың эсе лә ҡыуыш түгел.

Өфөнөң Зорге урамындағы 5 ҡатлы ошо йорттар ҙа икенсе һулыш ала. Уҙған быуат урталарында һалынған өйҙәрҙең подъездарында инженер селтәрҙәре лә иҫкергән, түшәм-стеналар ҙа ремонт талап итә. Төҙөкләндереү проекты халыҡ фекерен иҫәпкә алып башҡарыла.

Зорге урамындағы ихаталарҙы ла танырлыҡ түгел, улар заманса төҫ алған. Майҙанға балалар, спорт ҡаласыҡтары төҙөлгән, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған, автомобилдәр өсөн махсус урындар яһалған.

Республика башлығы билдәләүенсә, «Башҡортостан ихаталары « программаһын халыҡ һәр ерҙә лә көтөп ала. Әммә әлеге ваҡытта төп иғтибар оло юбилейын ҡаршы алған Өфөгә йүнәлтелгән.

Подъездар, ихаталар, йәмәғәт биләмәләре. Һуңғы йылдарҙа уңайлы мөхит тыуҙырыу буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла. Республика ҡалаларында бер-бер артлы зауыҡлы, үҙенсәлекле проектлы парктар барлыҡҡа килде. Киләсәктә Өфөнөң Нефтехимиктар мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү ҡаралған. Май башында подрядсы ойошмалар менән 400 миллионға иҫәпләнгән төҙөлөш эштәренә килешеү ҡабул итеү күҙаллана.

Фото №1 - 1 майҙа Өфөнөң Совет майҙанына колонналар ҡуйыла башлай

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ