Башҡортостанда апрелдән машинаны газонда ҡалдырыусыларға штраф һалына башланы

Законға ярашлы, йәшел зонаға, балалар һәм спорт майҙансыҡтарына автомобиль ҡуйыусы граждандарға ҡарата административ протокол төҙөлә. Йыл башынан ошондай меңгә яҡын осраҡ теркәлгән.

Ҡағиҙә боҙоусыларҙың машинаһының дәүләт номеры, автомобиль урынын иҫбатлаусы фотолар шунда уҡ административ комиссияға ебәрелә. Газон үҫтерелмәгән, әммә йәшеллек өсөн ҡаралған майҙанда ла парковка ойоштороу тыйыла.

Фото №1 - Башҡортостанда апрелдән машинаны газонда ҡалдырыусыларға штраф һалына башланы

Флорида Ким

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ