Хушлашыу сараһы Ришат Усман улы үҙе проектлаған «Торатау» конгресс-холында үтте. Ришат Муллагилдин 1969 йылда Өфөлә тыуған. Мәскәү архитектура институтын тамамлаған. Токиола Шибаура технологик институтында стажировка үткән, Кейо университетында уҡыған.
Өфөлә Ришат Муллагилдиндың проекттары буйынса Конгресс-холл төҙөлдө, «Аҡбуҙат» ипподромы реконструкцияланды. Тырыш хеҙмәте өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Президентының архитектура һәм ҡала төҙөлөшө мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе булды, япон телен камил белә ине. Һуңғы йылдарҙа Өфөлә йәшәне.







