Өфөлә Милли кейем көнөнә арналған байрам саралары дауам итә. Бөгөн «Арт-квадрат» үҙәге майҙанында рәссам-дизайнерҙарҙың күргәҙмәһе, этно-дефиле, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин әҙерләгән яҙмала.
Тик башҡорттарға ғына хас өзләү, тынлы уйын ҡоралында уйнау. Бер сығышына әллә күпме башҡарыу алымын һыйҙырған Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Хәйруллин тамашасыны берсә шатландырҙы, берсә уйландырҙы. Сәхнә костюмына ла һоҡланмау мөмкин түгел.
Милли кейем көнө сиктәрендә Өфөнөң «Арт-квадрат» майҙанында ойошторолған күргәҙмә-йәрминкә халыҡ күңеленә хуш килде. Рәссам-дизайнерҙар йәнең теләгән милли биҙәүес, ҡулланма-биҙәү сәнғәте әҫәрҙәрен тәҡдим итте.
Әйткәндәй, Башҡортостанда Милли кейем көнө 2020 йылдан ике тапҡыр билдәләнә. Быйыл ул 15 апрелгә тура килде һәм мәҙәни сара бөгөн ике көнгә тиклем һуҙылды. Тәүге көн традицион башҡорт милли кейем өлгөләрен пропагандалауға йүнәтелһә,
Халыҡтар дуҫлығы йорто ҡарамағындағы милләт-ара диаспора вәкилдәре лә сығыш яһаны. Дини һәм этник төркөм ағзалары үҙ халҡына хас милли үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. Йыр-бейеү менән түгел, традицион кейем өлгөләре менән хайран итте.
Берәүҙәр сәхнәгә күтәрелгәндә, икенселәре дефилеға әҙерләнә. «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы улар иҫәбендә. Ойошма дизайнерҙары йәнә халыҡты таң ҡалдырырға иҫәп тота. Был юлы улар башҡорт орнаменттары менән байытылған эшлекле ҡатын-ҡыҙҙарға махсус костюмдар әҙерләгән.
Ә инде киләһе милли кейем көнө Башҡортостанда сентябрҙең икенсе аҙна йомаһында үтәсәк. Быйыл ул 9-на тура килә.
Азат Ғәлиуллин




