«Йолаларға таянып киләсәкте булдырабыҙ»

Өфө күп профилле һөнәрҙәр колледжында ошо исем аҫтында милли кейем көнөнә арналған сара уҙҙы. Ул колледж һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолдо.

Колледж студенттары «Яңы быуын « дизайн – театры кейемдәре менән дефилеға сыҡты. Салауат ҡалаһынан, Ҡырмыҫҡалы районынан килеүселәр төрлө халыҡтарҙың стилләштерелгән кейем өлгөләрен күрһәтте. Байрамда милли кейемдәр, биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы.

Фото №1 - «Йолаларға таянып киләсәкте булдырабыҙ»

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ