Аграрийҙар ҡыҙыу осорға әҙерләнә

Баймаҡ районында уҙған кәңәшмәлә яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде. Хужалыҡтарға ҡаралған дәүләт ярҙамы тураһында киләһе репортаж.

Әле һәр хужалыҡ баҫыу эштәренә йәлеп ителәсәк техникаларҙы көйләү менән мәшғүл. «Толпар» ауыл хужалығы предприятиеһы механизаторҙары сәсеү агрегаттарын йүнәтә, тракторҙарға яңы запас частар ҡуя. Баҫыу эштәренә әҙерлек эштәрендә ойошмала практика үтеүсе Урал аръяғы агро сәнәғәт студенттары ла ярҙам күрһәтә.

Хужалыҡта иретеп йәбештереүселәргә йыл дауамында ихтыяж ҙур. Тәжрибәле оҫта Фәнил Байымов ҙур яуаплылыҡ менән техникаларҙың запас частарен рәткә килтерә. Сөнки ҡыҙыу осорҙа һәр минут ҡәҙерле.

Тиҙҙән ауыл хужалыҡтары яҙғы сәсеү эштәрен башлаясаҡ. Билдәле булыуынса, уҙған йыл аграрийҙар өсөн ҡатмарлы килде, улар ҙур кимәлдә юғалтыуҙар кисерҙе. Ошоно күҙ уңында тотоп, дәүләт тарафынан орлоҡ һатып алыу өсөн районға 20 миллион һум аҡса бүленде.

Фермерҙарға дәүләт программалары, гранттар юллау – кәңәшмәлә ошо турала ла һүҙ булды. Мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре был тәңгәлдә аңлатыу эше алып бара.

Әле хужалыҡтарҙа ерҙәрҙе парға тотоу, күп йыллыҡ үләндәр тырматыу, орлоҡтарҙы ағыулау эштәре тамамланды. Хәҙер инде ауыл эшсәндәре алдында яҙғы баҫыу эштәрен ойошҡанлы үткәреү бурысы тора.

Фото №1 - Аграрийҙар ҡыҙыу осорға әҙерләнә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ