Күренекле йырсы Нәзифә Ҡадирова тыуған көнөн концерт менән билдәләне

Ярты быуат сәхнәлә. Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нәзифә Ҡадирова тыуған көнөн «Күңел моңо» тип исемләнгән сағыу концерт менән билдәләне. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткән тамашала төбәк һәм Татарстан республикаһынан билдәле сәнғәт әһелдәре, легендар йырсының ейәнсәре – Лиза Минеева ҡатнашты.

Концерт Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге Башҡортостандың Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры оҙатыуында барҙы. Быйыл Нәзифә Ҡадированың Башҡортостандың халыҡ артисы, виртуоз музыкант Ғәли Алтынбаев менән бергә ижад итеүҙәренә лә 30 йыл тулды.

Нәзифә Ҡадирова 1979 йылда Бөтә союз телевизион конкурсында Рим Хәсәнов көйөнә ижад ителгән «Мандолина» йырын башҡарып, киң билдәлелек яулай. «Сочи-80» совет йырҙарын башҡарыусылар бәйгеһендә лә уңыш йылмайғас, йырсының сағыу ижад тормошо башлана. Башҡорт эстрадаһы легендаһына әүерелгән ижади шәхестең бай репертуарында лирик, халыҡ, һуғыш темаһына арналған йырҙар, романстар....

Фото №1 - Күренекле йырсы Нәзифә Ҡадирова тыуған көнөн концерт менән билдәләне

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ