Һәр мәрәй алтынға бәрәбәр. Премьер-лигала ҡалыу өсөн көрәшкән «Өфө» клубы Рәсәй чемпионатының сираттағы турында Мәскәү армеецтарын ҡабул итте. Уйынды ҡарарға Башҡортостан башлығы Радий хәбиров килде.
Яҡташтарыбыҙҙан айырмалы ЦСКА быйылғы миҙгелдә призлы урын өсөн көрәшә. Осрашыу алдынан дәғүәселәр өсөнсө урын биләй ине. Командалар беренсе таймда уңышҡа өлгәшә алманы. Әммә өҫтөнлөк тулыһынса ҡунаҡтар яғында булды. Тәнәфестән һуң да улар бер-бер артлы һөжүм итте.
Һөҙөмтәлә Марио Фернандес уйын аҙағында иҫәпте асыуға өлгәште. Был голдан һуң көйәрмәндәрҙең өмөттәре өҙөлгәйне инде. Шулай ҙа өҫтәмә ваҡытта Алексей Никитин яуап тубы индерҙе. Шулай итеп, осрашыу 1-1 иҫәбе менән тамамланды. Киләһе турҙы яҡташтарыбыҙ 23 апрелдә Екатеринбургтың «Урал» клубы менән үткәрә.




