Республика хөкүмәтендә үҙгәрештәр бар

Башҡортостан хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары итеп Азат Бадранов тәғәйенләнде. Республика Башлығы Радий Хәбировтың ошо турала Указы бар. Азат Бадрановҡа 35 йәш. Әлегә тиклем Башҡортостан хөкүмәте рәйесе урынбаҫары булды. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры алмашынды. Был вазифаны башҡарыусы итеп Нияз Фазылов тәғәйенләнде. Әлегәсә министр булған Урал Искәндәров Республика Башлығы ярҙамсыһы вазифаһын алды. Сибайҙың элекке мэры Рөстәм Афзалов Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министры булды. Башҡортостан финанс министры Лира Иғтисамова хөкүмәт рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

Фото №1 - Республика  хөкүмәтендә үҙгәрештәр бар
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ