Республика хөкүмәтендә кадрҙар алмашынды

Кадрҙар барыһын да хәл итә. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһен мөһим кадр үҙгәрештәрен иғлан итеүҙән башланы. Төбәк етәксеһе ҡул ҡуйған указға ярашлы, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов хәҙер беренсе урынбаҫар, финанс министры Лира Иғтисамова Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

Лира Заҡуан ҡыҙы һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты социаль яҡлау мәсьәләләре өсөн яуаплы буласаҡ. Шулай уҡ республиканың эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарасаҡ.

Быға тиклем министр булған Урал Искәндәров Башҡортостан башлығы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде. Бынан тыш, Башҡортостанда Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы барлыҡҡа килде. Уны Сибай ҡалаһының элекке хакимиәт башлығы Рөстәм Афзалов етәкләне.

Фото №1 - Республика хөкүмәтендә кадрҙар алмашынды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ