«Үҙгәреш еле»н үҙгәрештәр көтә

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Алан Марзаев Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Баймаҡ ҡалаһындағы йәмәғәт урындарында төҙөкләндереү эштәрен ҡараны. Төп иғтибар – Баймаҡ. «Үҙгәреш еле» тип исемләнгән проектҡа.

Тап ошо башланғыс уңайлы ҡала мөхите ойоштороу Бөтә Рәсәй  конкурсында еңеү яулағайны. Ләкин төҙөүсе компания эштәрҙе еренә еткереп башҡармаған. Хәҙер уға етешһеҙлектәрҙе үҙ аҡсаһына бөтөрөргә тура киләсәк.

Ҡыш етеүгә ҡарамаҫтан, брусчатка һалыу эштәре менән шөғөлләнгәндәр. Подрядсыға ҡәтғи һорау ҡуйыла. Ярай ҙа етешһеҙлектәр хәл итерлек. Башҡарылған эштәргә биш йыл гарантия бирелә. Хәҙер ул утыҙынса майға тиклем брусчатканы алып яңынан һалырға бурыслы.

Алан Марзаев, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры 
Фото №1 - «Үҙгәреш еле»н үҙгәрештәр көтә

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ