Бөгөндән Күп функциялы үҙәктәрҙә яңы хеҙмәт менән ҡулланырға мөмкин

Күп функциялы үҙәктәр күрһәткән хеҙмәттәрҙең байтағы “Росреестр” өлкәһенә ҡағыла. Хәҙер граждандар күсемһеҙ милек менән бәйле һорауҙарҙы онлайн да бирә ала. Видео-бәйләнеш аша республиканың 9 үҙәгендә консультация алырға мөмкин.

Бының өсөн Стәрлетамаҡ, Дүртөйлә, Туймазы, Бәләбәй, Белорет, Мәләүез ҡалаларында, Шишмә, Бүздәк, Үрге Ҡыйғы ауылдарындағы Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итергә була. Алдан яҙылыу мотлаҡ түгел.

Фото №1 - Бөгөндән Күп функциялы үҙәктәрҙә яңы хеҙмәт менән ҡулланырға мөмкин

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ