Ошо йәһәттән ДОССАФ-тың Башҡортостан бүлексәһендә хәрби-патриотик саралар үтте. Рәсәй Ҡораллы көстәренә йыл һайын республика ДОССАФ бүлексәһенән 800-ҙән ашыу һалдат әҙерләнә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
ДОСААФ йәмғиәте кадеттары пилотһыҙ осоу аппараттары проекттарын ҡороп, хәрби бурысын үтәргә әҙерләнә. Әлегә йәштәр теоретик белемен камиллаштырып, хәрби һөнәр үҙләштерә. Дрондар менән идара итеү йөкмәткеле һәм мауыҡтырғыс уҡыу программаһының бер өлөшө булып тора.
Рәсәй армияһына, авиацияһына һәм флотына булышлыҡ итеү йәмғиәте ойошторолоуға 95 йыл тулыу уңайынан Өфөлә хәрби-патриотик саралар үтте. «Торатау» Конгресс-холлында тематик күргәҙмә асылды, йәштәр менән тәжрибәле хәрбиҙәр осрашты.
Рәсәй Ҡораллы көстәренә йыл һайын республика ДОССАФ бүлексәһенән 800-ҙән ашыу һалдат әҙерләнә. Улар армияға алынғансы уҡ хәрби иҫәп, бәйләнеш, һауа-десант ғәскәрҙәренә юғары әҙерлек үтә.
ДОСААФ Башҡортостан бүлексәһе Рәсәйҙә лайыҡлы урын алып тора. Төбәк бүлексәһендә белем биреү системаһы камиллаштырыла, матди-техник -база яңыртыла.
Флорида Ким







