Тәтешле районы Түбәнге Балтас ауылында – «Айыҡлыҡ биләмәһе»

Төбәк-ара форум «Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабының бер майҙансығы сиктәрендә ойошторолдо. Уның барышында күрше төбәк вәкилдәре сәләмәтлек бәйгеһен үткәреү тәжрибәһен үҙләштерҙе. Ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Ептәрҙе ишеп туҡыма туҡыу тәү ҡарашҡа ғына еңел кеүек. Пермь өлкәһендә йәшәгән Эльвира Вәсиуллина ҡул эштәренең бар төрөн дә үҙләштергән. Әлеге ваҡытта күберәк туҡыусылыҡ менен шөғөлләнә. Станоктарҙы тормош иптәше Фелик эшләп бирә. Күргәҙмәгә улар мобиль туҡыу станогын алып килгән.

Беҙҙе был сараға саҡырыуҙары өсөн рәхмәт. Һәр саҡ Башҡортостанға килеү беҙҙең өсөн оло мәртәбә. Минең әсәйем ошо яҡтан, тормош иптәшемдең  дә бында тыуғандары йәшәй.

Эльвира Вәсиуллина

Тәтешле районы Түбәнге Балтас ауылында ойошторолған «Айыҡлыҡ биләмәһе» форумында күрше төбәктәрҙән дә ҡунаҡтар ҡатнашты. Пермь өлкәһе, Удмурт республикаһы вәкилдәре лә саҡырылған. Эш сәфәренең төп маҡсаты – «Айыҡ ауыл» конкурсын үткәреү тәжрибәһен үҙләштереү, яңы проекттар өҫтөндә эшләү.

Удмурт республикаһы менән Башҡортостанды дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Быны беҙ тағы берҙе иҫбатлап, сәләмәт йәшәү рәүеше девизы аҫтында сара үткәрергә һөйләштек. 6 августа Удмурт ерлегендә төбәк-ара уңыш байрамы үткәрмәксебеҙ. Унда  Башҡортостандан да ҡунаҡтар  көтәбеҙ.

Эдуард Петров, Удмурт республикаһының милли сәйәсәт министры

«Айыҡлыҡ биләмәһе» төбәк-ара форумы ете йүнәлеш буйынса үтте. Спорт секцияһында бокс, тхэквондо, көрәш буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды. «Күңелле старт» Түбәнге Балтас ауылында йәшәүсе ғаиләләрҙе берләштерҙе. Балалар ҙа иғтибар үҙәгендә.

Улар өсөн уйындар үткәрелде, оҫталар түшелдерек һәм удмурттарҙың милли баш кейемен эшләү серҙәре менән бүлеште. Эшҡыуарлыҡ эшен башларға йөрөүселәр, эш юғалтыусылар, йәш ғаиләләр юридик һәм социаль ярҙам биләмәһендә мөһим һорауҙарға яуаптар алды.

Түбәнге Балтас ауылында 600-гә яҡын кеше йәшәй. Урындағы халыҡ «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыу идеяһы дәррәү күтәреп ала. Һаулыҡты һаҡлау, эскелекте иҫкәртеү, сәләмәт тормош алып барыуға йүнәлтелгән сараларҙы күп үткәрә.

«Айыҡлыҡ биләмәһе» төбәк-ара форум аҙағында резолюция ҡабул ителде. Уға яршалы, киләсәккә эш планы һәм өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләнде.

Фото №1 - Тәтешле районы Түбәнге Балтас ауылында – «Айыҡлыҡ биләмәһе»
Выборы 2026

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ