Ул башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусы рәссамдарҙың береһе. Ҡасим Дәүләткилдеев исемен йөрөткән һынлы сәнғәт гимназия-интернатында шәхестең хәтер кисәһе үтә. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, профессор Әмир Мәзитов һөйләй.
Ҡасим Дәүләткилдеев башҡорттар араһынан беренсе профессиональ рәссам. Быйыл уның тыуыуына 135 йыл тула.







