Премьер-министр Андрей Назаров социаль селтәрҙә шул турала яҙа. Конгресс сентябргә тәғәйенләнгән. Унда умартасылар, ғалимдар һәм белгестәр килеүе көтөлә. Форумға әҙерлек барышында бал һәм умартасылыҡ тауарҙары сифатын тикшереү буйынса лаборатория асыу ҡарала. Бынан тыш, Башҡорт дәүләт аграр университетында Умартасылыҡ һәм инновацион технологиялар компетенцияларын үҫтереү буйынса Бөтә Рәсәй үҙәге булдырыла. Унда төрлө төбәктәр, шул иҫәптән Алтай һәм Алыҫ Көнсығыштан, умартасыларҙы йәлеп итеү ҡарала.







