Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай апрелдә ошоға бәйле закон проектын ҡабул итергә ниәтләй. Ҡануниәт буйынса, урамда теләгән урында һатыу итеү ярамай. Парламент рәйесе Константин Толкачев был законды ваҡытлыса ғәмәлдән сығарырға тәҡдим итә. пенсионерҙар урамда емеш-еләк, төрлө ризыҡтар менән сауҙа итә һәм аҙмы-күпме килем ала. Республика Башлығы Радий Хәбиров Баҡсасылар форумында урамда билдәләнгән урында сауҙа иткән пенсионерҙарҙы аҡсалата шелтәләмәҫкә тәҡдим итте.








