Республикала 60-тан ашыу ағас питомниғы бар. Уларҙа 60 миллионға яҡын үҫенте үҫтерелә. “Үҫентеләрҙең 85 проценты ергә берегеп китә”, - ти Башҡортостан Урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин.
Илгиз Фәтҡуллин белдереүенсә, быйыл республикала 15 мең гектар ағас ултыртыу ҡарала. 23 апрель Башҡортостанда дөйөм йәшелләндереү көнө итеп билдәләнде.







