Интернетта мутлашыусылар кредитҡа бәйле халыҡты алдай

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, полицияға Учалы районынан 39 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Уға билдәһеҙ кеше шылтыратып 860 мең һумға кредит буйынса заявкаһының хупланыуы тураһында хәбәр иткән. Әммә аҡсаны алыу өсөн 43 мең һум страховка түләргә ҡушҡан. Ир тейешле сумманы күсергән, әммә аҙаҡ элемтәгә сыҡҡан кеше булмаған. Өфөлә 28 йәшлек егеткә банктан шылтыратыу килгән. Уның кредит буйынса 19 мең һумлыҡ бурысы булыуы тураһында хәбәр иткәндәр. Асыҡланыуынса, билдәһеҙ кеше уның исеменә микрозайм юллаған. Был ваҡиғалар буйынса тикшереү бара.

Фото №1 - Интернетта мутлашыусылар кредитҡа бәйле халыҡты алдай
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ