Республикала тәүгеләрҙән булып Мәләүез районы яҙғы баҫыу эштәрен башланы. Әлегә ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләнде туҡландырыу, яландарҙы тырматыу бара. “Салауат” хужалығы иһә һоло һәм арпа культураларын сәсеүгә тотонған. Хужалыҡтың баш агрономы Рәзилә Яманаева һөйләй.
Санкциялар арҡаһында сит ил техникаһына запас частәр оҙаҡ килә, орлоҡҡа ла хаҡтар күтәрелгән. Был ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алдыҡ. Һауа шарттары яҡшы булғанда сәсеүҙе 15 көндә тамамларға иҫәп тотабыҙ, ти Рәзилә Яманаева.
“Салауат” хужалығы аграрийҙарына быйыл 11 мең ярым гектар майҙанда сәсеү эштәрен башҡарыу бурысы тора.








