Бөгөн республиканан Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына тәғәйенләнгән ылау юлға сыҡты. Бөтәһе 7 автомобиль, 130 тоннанан ашыу йөк. Гуманитар ярҙам Донбасс халҡының ихтыяжынан сығып тупланған, аҙыҡ-түлек, медикаменттарҙан тыш, көнкүреш кәрәк-яраҡтары ла, төҙөлөш материалдары ла, кейем-һалым да бар. Оло юлға сыҡҡан коллонаға стартты Республика башлығы Радий Хәбиров бирҙе. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажында.
Рәшит Шакиров ғүмер буйы руль артында, тәжрибәле водителгә илдең төрлө мөйөштәрен гиҙергә тура килә. Донбассҡа икенсе тапҡыр бара. Ул яҡтарҙа көн эҫе, тәүлектән ашыу барырға тура килә, әммә беҙ бирешмәйбеҙ, ти Рәшит Ғөзәйер улы.
Донбассҡа юлланған гуманитар коллоннаға 130 тонна йөк тейәлгән. Ылауҙа аҙыҡ-түлек тә, көнкүреш кәрәк-яраҡтары ла, төҙөлөш материалдары ла бар.
Гуманитар ылауҙы туплауға тотош республика халҡы ҡушылған. Ҡеүәтле предприятиелар ҙа, бәләкәй эшҡыуарлыҡ та, ябай кешеләр ҙә үҙ ярҙамын тәҡдим итә. Барыһы ла Донбасс халҡының ауыр хәлен яҡшы аңлай һәм ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша.
Ылауҙар Донбасс халҡының ихтыяжын иҫәпкә алып йыйыла. Әлегә тиклем барыһы 500 тоннанан ашыу гуманитар ярҙам оҙатылған.
Тимерйән Рәжәпов гуманитар ылауҙы оҙатып 5-се тапҡыр бара. Донбасс халҡы әле беҙҙең ярҙамға мохтаж, улар һәр килгәнде көтөп ала, ти ул. Был Донбассҡа оҙатылған һуңғы ылау түгел. Гуманитар ярҙам артабан да күрһәтеләсәк.
Башҡортостан колоннаһына ике мең километрҙан ашыу юл үтеү тора. Улар тәғәйен нөктәгә кесаҙна барып етәсәк.
Рәмзиә Кәримова





