Башҡортостандың компетенциялар үҙәге хеҙмәт етештереүсәнлек өлкәһендә сертификация үткән

Сертификацияны Компетенциялар федераль үҙәге уҙғара. Ул «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ҡаралған. Төбәктә милли проектта 130 ойошма ҡатнаша. Предприятиеларҙы федераль эксперттар тәүҙә дистанцион ҡарай, һуңынан килеп тикшерә. Эксперттар Белореттағы «ДЕКА-С» һәм Өфөләге «Прометей» ойошмаларында булған.

«Һаҡсыл етештереү» йәһәтенән предприятиеларҙа беҙ хеҙмәт кешеһенең ваҡыты юҡҡа әрәм ителмәүен ҡарайбыҙ. Проектта ҡатанашыусылар уның предприятие үҫеше өсөн ыңғай булыуын аңлай. Башҡортостандағы иҡтисад үҫешенә был проект этәргес көс бирә, тип әйтә алам.

Вячеслав Тихомиров федераль компетенциялар үҙәге вәкиле

2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан төбәк проекттары күрһәткестәрен арттырып үтәгән. Шулай уҡ милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса илдәге өс төбәк исемлегендә, тиелде Республика менән идара итеү үҙәгендә уҙған йыйылышта.

Программа илдә 2018 йылдан бирле эшләй. Уның ярҙамында Рәсәйҙәге хеҙмәт етештереүсәнлеген 2024 йылғаса 5 процентҡа арттырыу күҙаллана.

Милли проектҡа инеүселәргә килем өсөн һалымды кәметеү, льготалы займ кеүек ташламалар бар. Программа буйынса ойошмаларға производствоны үҫеш юлына йүнәлтеү өсөн дәүләт ярҙамы күрһәтелә.

Айрат Фәхретдинов, Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары
Фото №1 - Башҡортостандың компетенциялар үҙәге хеҙмәт етештереүсәнлек өлкәһендә сертификация үткән

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ