Сират барлыҡҡа килеүе транспорт сараһын теркәү һәм водитель таныҡлығын алыу өсөн имтихан тапшырыусылар артыуына бәйле. Анализ һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, мөрәжәғәттәрҙең күбеһе шишәмбе һәм шәмбегә тура килә.
Шуға күрә дәүләт инспекцияһына килер алдынан Дәүләт хеҙмәттәре аша ҡабул итеүгә алдан яҙылырға кәңәш ителә. Бынан тыш, транспорт сараһын теркәү мәсьәләһен Күп функциялы үҙәктә хәл итергә мөмкин.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы водитель таныҡлығының ваҡыты сыҡһа ла, уның тағы ла 3 йыл дауамында ғәмәлдә булыуын хәтергә төшөрә. Алдағы ике йылда алмаштырырға кәрәк булған таныҡлыҡтар автоматик рәүештә оҙайтыла.
Әлфинә Килдейәрова







